07:07 (UTC+5), 31 Декабря 2010

Төрөк бизнесмендары Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар бүлергә әҙер

Әлим Фәйезов
Төркиәнең сәнәғәт яғынан үҫешкән төбәктәренең береһе – Денизли вилайетында Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге Вәкиллеге һәм 1100 фирманы берләштергән Денизли Сәнәғәт палатаһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын презентациялауҙы ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһының Төркиәләге Вәкиллеге етәксеһе Кәншәүбий Мизиев хәбәр итеүенсә, Палата идараһы һәм етәксе советы (мәжлес) ағзалары, 200-ләп компания ингән Бабадаг сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзынан етештереүселәр һәм эшҡыуарҙар, шулай уҡ «Денизли» сәнәғәт зонаһы (индустриаль паркы) етәкселеге менән осрашыуҙар үткәрелде.
Денизли – туҡыу сәнәғәте өлкәһендә Төркиәнең алдынғы төбәктәренең береһе, махер изделиелар етештереү буйынса беренсе урында тора. Бынан тыш, бында фанера һәм ДСП, кабель продукцияһы, шулай уҡ мәрмәр табыу һәм эшкәртеү кеүек секторҙар ҙа үҫешкән.
Презентация барышында Башҡортостан тураһында фильм күрһәтелде. Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле Кәншәүбий Мизиев республика иҡтисадының үҫешә барыуы, төбәк етәкселегендәге үҙгәрештәр менән бәйле етештереүселәр һәм эшҡыуарҙар алдында торған яңы бурыстар хаҡында һөйләне, республика иҡтисадына средстволарҙы ҡыйыу инвестицияларға һәм Башҡортостан менән сауҙа итергә саҡырҙы.
Палатаның етәксе советы рәйесе Мәхмәт Тосуноглу үҙ сығышында, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Рәсәй республикаһы хаҡында ентекле мәғлүмәт алды һәм Башҡортостан иҡтисадының үҫеш кимәленә хайран ҡалды, тип билдәләне.
Осрашыуҙарҙа Денизли вилайеты губернаторы Явуз Эркмен, Денизли сәнәғәт палатаһы рәйесе Мюждат Кечеджи, «Бабадаг» сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы рәйесе Хөсәйен Мемишоглу ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика