11:41 (UTC+5), 30 Декабря 2010

Өфөлә «Затон» ярҙамсы станцияһы файҙаланыуға тапшырылды

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: «Башкирэнерго» йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте
Кесаҙна, 30 декабрҙә, Өфөлә «Затон» ярҙамсы станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Шуның менән «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң эре инвестиция проекттарының береһе тормошҡа ашырылды.
Энергетиктар билдәләүенсә, ярҙамсы станцияны асыу күптән көтөлгән ваҡиға. Был объект бик күп мөһим проблемаларҙы хәл итергә тейеш, сөнки Өфөнөң көньяҡ өлөшө энергияны күпләп талап итә, «Затон» ярҙамсы станцияһы уны өҫтәмә һуғарасаҡ. Был подстанцияға ҙур өмөттәр бағлана, сөнки Затонда төҙөлөштө арттырыу планлаштырыла.
- Ярҙамсы станция асылыуы – бөтә республика өсөн үҙенсәлекле ваҡиға, – тине «Башҡортостан селтәр компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Тереғолов. – Уны төҙөү хаҡында ҡарар 2007 йылда уҡ ҡабул ителде. 2009 йылдың октябрендә тәүге сираты эшкә ҡушылды. Әле ике автотрансформатор эшләп тора.
Рөстәм Тереғолов әйтеүенсә, подстанцияның төп бурысы – Өфөлә энергияны һаҡлауҙы һәм уның ышаныслылығын арттырыу. Яҡын-тирәләге райондар сифатлы электр энергияһы менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ яңы ҡулланыусыларҙы ла тоташтырыу мөмкинлеге тыуасаҡ.
«Затон» подстанцияһы Ағиҙел йылғаһы ярында Затон биҫтәһе ситендә урынлашҡан. Ул 220 кВт селтәренән Өфө энергетика узелының 110 кВт селтәренә өҫтәмә ҡеүәттәр бирәсәк. Бынан тыш, ярҙамсы станция үҙ эргәһендәге эре ҡулланыусыларҙы 10 кВт линиялары буйынса туранан-тура һуғарасаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика