09:27 (UTC+5), 29 Декабря 2010

Рөстәм Хәмитов һәм Аркадий Ротенберг хеҙмәттәшлек тураһында договорға ҡул ҡуйҙы

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм “Төньяҡ диңгеҙ юлы” банкыһының Директорҙар советы рәйесе Аркадий Ротенберг финанс-кредит мөнәсәбәттәре өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш комплексы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү буйынса Яҡтарҙың ниәттәре тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы, бер яҡтан, “Төньяҡ диңгеҙ юлы” һәм “Инвестиция капиталы” банкылары, икенсе яҡтан, республика территорияһында торлаҡ төҙөлөшөн, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын, автомобиль юлдары һалыуҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта банкылар ҡыҫҡа ваҡытлы кредитлауҙы, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, төҙөлөш комплексы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары өсөн инвестиция программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүсе финанс ойошмалары сифатында эш итергә әҙер. Килешеү биш йылға төҙөлә һәм киләсәктә оҙайтылыуы мөмкин.
Белешмә өсөн. “Төньяҡ диңгеҙ юлы” банкыһы 2001 йылда ойошторола. Уның подразделениелары селтәре Рәсәйҙең 24 төбәгендә урынлашҡан һәм 85 офисты үҙ эсенә ала. “Профиль” журналы мәғлүмәттәренә (2010 йылдың 31 авгусындағы 31-се һан) ҡарағанда, финанс учреждениеһы илдең иң ышаныслы кредит ойошмалары рейтингында алтынсы урынды биләй. Быйыл августа “Moody’s” халыҡ-ара рейтинг агентлығы банкыға әүәлерәк бирелгән рейтингыларҙы раҫланы: финанс ышаныслылыҡ – Е+ кимәлендә, депозиттар буйынса – В3/Not prime, милли шкала буйынса кредит һәләтлелеге – Baa3.ru. Бөтә рейтингылар буйынса күҙаллау – “тотороҡло”.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика