11:04 (UTC+5), 29 Декабря 2010

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар «тешләшмәй»

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанстат статистиктары декабрҙә аҙыҡ-түлек продукттарына киҫкен хаҡ артыуын билдәләмәй. Шулай ҙа айырым продукттарға бер аҙ хаҡ күтәрелеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, ноябрь менән сағыштырғанда 66 тингә онға хаҡ артҡан. Арыш-бойҙай икмәгенең хаҡы 57 тингә күтәрелгән, ә күмәс һәм батондар 1 һум 10 тингә ҡиммәтләнгән.
Сусҡа, һарыҡ итенә хаҡ үҙгәрмәгән тиерлек, ә бына тауыҡ ите арзанайған. Аҡ майҙың хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған. Белгестәр быны республикала үткән Яңы йыл алды йәрминкәләре менән бәйләй.
Йәшелсәләргә хаҡтар күтәрелә башлаған. Был аңлашыла ла, йәшелсәләр миҙгеле үтте. Картуфтың бер килограммы - 4 һумға, кәбеҫтәнеке 3 һумға тиерлек артҡан.
Дөйөм алғанда бөтә Рәсәй буйынса икенсе ай рәттән тары ярмаһына һәм көнбағыш майына хаҡтар артыуы күҙәтелә. Республикала бер айҙа көнбағыш майының хаҡы 4 һум 20 тингә күтәрелде, ә тары ярмаһы 4 һум 28 тингә ҡиммәтләнде.
Оҙайлы Яңы йыл каникулдары алдынан халыҡ янсыҡтарын һәм кредиткаларын бушата, был ғәҙәти, тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре. Әлеге ваҡытта ведомство республикаға Рәсәйҙең икенсе төбәктәренән һәм Үҙәк Азия илдәренән йәшелсә-емеш продукцияһын ҡайтарыу мәсьәләһен хәл итә. Баҙарҙың витаминлы продукцияға ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндергәс, уға хаҡтар төшөүенә лә өмөтләнергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика