11:28 (UTC+5), 29 Декабря 2010

Башҡортостанда 2011 йылда 186 кадастр инженеры эш башлаясаҡ

Рәсүл Хәмиҙуллин
2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһының 47 район һәм ҡалаһында 186 кадастр инженеры эш башлаясаҡ. Өфөлә - 34 яңы белгес, Стәрлетамаҡта – 11, Октябрьскийҙа – һигеҙ, Тәтешле районында туғыҙ кеше үҙенең һөнәри бурысын үтәүгә тотонасаҡ. Учалы, Благовещен һәм Шишмә райондарында алтышар кадастр инженеры буласаҡ.
БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың 22 декабрендә, кадастр инженерҙарын атттестациялау буйынса квалификация комиссияһының сираттағы ултырышында аттестат алыуға 60 дәғүәсенең ғаризаһы һәм документтары ҡаралған. Квалификация имтиханын тапшырыуға 58 дәғүәсегә рөхсәт бирергә, биш төркөм ойошторорға һәм имтихан тапшырыу өсөн төркөм составын раҫларға ҡарар ителгән.
Кадастр инженерҙарын атттестациялау буйынса квалификация комиссияһының ни бары өс ай эшләү дәүерендә Башҡортостанда 509 кешегә аттестация үтергә рөхсәт бирелгән. Шулай уҡ 2011 йылдың ғинуарына имтихандар теҙмәһе раҫланған. Әлеге ваҡытта февралгә имтихандар теҙмәһе төҙөлә.
Республиканың кадастр инженерҙары исемлеге БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының рәсми сайтында урынлашҡан һәм даими яңыртыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика