05:37 (UTC+5), 27 Декабрь 2010

Өфөлә йыл башынан алып икенсел торлаҡҡа хаҡтар 12 процентҡа артты

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә тәҡдим ителгән икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы квадрат метрына 44,83 мең һум тәшкил итә. Бер аҙнала ул бер процентҡа артҡан.
Бер бүлмәле һәм күп бүлмәле фатирҙарға хаҡтар - 0,9 процентҡа, ике бүлмәлеләргә — 1,1 процентҡа, өс бүлмәле фатирҙарға бер процентҡа күтәрелгән. Йыл башынан алып бөтә төрҙәге фатирҙарға хаҡтар 12 процентҡа артҡан.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Был 45 квадрат метрлыҡ фатир К.Маркс урамында урынлашҡан. Иң ҡыйбат фатир 20 миллион һум тора. Ул дүрт бүлмәле, дөйөм майҙаны - 230 квадрат метр, М.Кәрим урамында урынлашҡан.
Иң арзан бүлмә Башҡортостандың баш ҡалаһында 500 мең һум тора. Ул Интернациональ урамында урынлашҡан. Майҙаны 12 квадрат метр тәшкил итә. Иң ҡыйбат бүлмә - Йәштәр бульварында, хаҡы - 1250 мең һум, майҙаны — 17,2 квадрат метр.
Иң ҡыйбат коттедж Аҡманайҙа тәҡдим ителә, майҙаны — 450 квадрат метр. Хаҡы — 20 миллион һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика