04:04 (UTC+5), 27 Декабря 2010

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты 1,5-миллионлыҡ кимәлгә яҡынлаша

Любовь Колоколова
Миллион ярым пассажир – шундай кимәлгә етергә ниәтләй 2010 йыл йомғаҡтары буйынса «Өфө» халыҡ-ара аэропорты. Хеҙмәтләндерелгән пасажирҙар иҫәбе айырыуса халыҡ-ара йүнәлештәрҙә артҡан – 2009 йыл менән сағыштырғанда үҫеш 25 процент тәшкил иткән.
Алдан яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Өфө аэропортының төп производство күрһәткестәре 17 процентҡа артҡан. Йыл эсендә (декабрҙең һуңғы көндәрен иҫәпкә алмағанда) 10734 осош хеҙмәтләндерелгән, уҙған йыл менән сағыштырғанда был 15 процентҡа күберәк. Шул уҡ мәлдә дөйөм осош массаһы 13,9 процентҡа артҡан.
Өфө авиабаҙарына быйылғы йылда «Уральские авиалинии», «ДОНавиа», «Нордавиа – төбәк авиалиниялары», «Северный ветер», «Скай Экспресс» кеүек яңы компаниялар килгән. Уларҙың килеүе осоштар географияһын киңәйтергә һәм Дубайға - даими рейс, Тунисҡа - чартер рейсы, шулай уҡ Душанбе, Худжанд кеүек яңы йүнәлештәр асырға мөмкинлек биргән.
Өфөнөң пассажирҙар ташыу баҙарында оҙаҡ йылдар эшләгән компаниялар менән берлектәге эш Төмәнгә, Нягангә, Ханты-Мансийскиға, Түбәнге Новгородҡа рейстарҙы ҡайтанан асырға, шулай уҡ Мәскәү һәм Петербургҡа осоштар йышлығын арттырырға мөмкинлек биргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика