06:08 (UTC+5), 27 Декабря 2010

Башҡортостан Хөкүмәте менән “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте араһында Килешеү төҙөлдө

Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков
Өфөлә шәмбе көнө, 25 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан тимер юл вокзалдарын реконструкциялау проекттарын бергәләп тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында Килешеүгә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Тимер юл вокзалдары дирекцияһы начальнигы Сергей Абрамов ҡул ҡуйҙы.
Документта яҡтар паритет нигеҙендә Өфөләге тимер юл вокзалын реконструкциялау һәм, эргәләге территорияһын төҙөкләндереп, транспорт-ултырыу үҙәге төҙөү буйынса проектты бергәләп тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәге тураһында әйтелә. Бынан тыш, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡарамағындағы, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл, Сибай, Салауат, Белорет ҡалаларында, Аксаков ауылында урынлашҡан тимер юл вокзалдарын модернизациялау һәм үҫтереү перспективаларын ҡарарға планлаштырыла.
Әйтергә кәрәк, Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялау 2006 йылдың майында башланғайны. Төп эштәр 2007 йыл аҙағына тамамланырға тейеш ине. Әммә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте яғынан финанслау менән проблемалар арҡаһында объектты тапшырыу сроктары оҙаҡҡа һуҙылды, һәм пассажирҙар әлегә тиклем ҡыйынлыҡтар кисерә. Әлеге ваҡытта вокзалдың беренсе сираты файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер инде икенсе сиратын проектлау һәм төҙөү тураһында һүҙ алып барыла.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Тимер юл вокзалдары дирекцияһы начальнигы Сергей Абрамов һәм башҡа рәсми кешеләр Өфө станцияһының вокзал комплексында булды, унда файҙаланыуға тапшырылған биналарҙы ҡараны, яңы ҡорамалдарҙың эше менән танышты һәм белгестәр менән аралашты.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика