12:52 (UTC+5), 24 Декабря 2010

Өфөнән Мәскәүгә тағы бер авиарейс асыла

Любовь Колоколова
Башҡортостанда иң популяр авиамаршрут – «Өфө — Мәскәү» — шәмбе, 25 декабрҙә, тағы бер уңайлы рейс менән тулыланасаҡ. Авиаташыуҙарҙың урындағы баҙарына бөгөн тағы бер авиакомпания — «Нордавиа – төбәк авиалиниялары» – килде. Ул Рәсәй баш ҡалаһына (Шереметьево аэропорты) «Боинг» 737-500 самолеттарында осош яһаясаҡ.
Ошо айҡанлы «Өфө» Халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәтенең бизнес-залында матбуғат конференцияһы үткәрелде, унда «Нордавиа» авиакомпанияһы вәкилдәре һәм «Өфө» аэропортының коммерция директоры Олег Микрюков ҡатнашты.
Мәскәүҙән Өфөгә һәм кирегә компания аҙнаһына алты тапҡыр (йәкшәмбенән тыш) осасаҡ. Өфөнән урындағы ваҡыт менән 20 сәғәт 25 минутта сығасаҡ, Шереметьевонан – 14 сәғәт 15 минутта (Мәскәү ваҡыты).
«Нордавиа»ның коммерция директоры Виталий Шахов авиакомпанияның тариф сәйәсәте тураһында һөйләне, ул пенсионерҙар һәм 13 йәшкә тиклемге балалар өсөн арзан билеттар, шулай уҡ төркөм менән осоуға ташламалар тәҡдим итә. Башҡортостанда киләһе йылдан социаль туризм программаһы үҫтереләсәге хаҡында белгәс, Виталий Шахов, компания социаль туристарҙы, иң элек Рәсәй баш ҡалаһына, ташыуҙың льготалы формаһы тураһында һөйләшеүҙәр алып барыуға риза буласаҡ, тип белдерҙе.
— Республика яғынан заявкалар һәм тәҡдимдәр көтәбеҙ, — тине «Нордавиа» вәкилдәре. – Был бик яҡшы эш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика