Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.55
-0.34
89.7
-0.42
66.37
-0.26
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Декабрь 2010, 13:03

2011 йылға Республика адреслы инвестиция программаһы ҡабул ителде

Башҡортостан Хөкүмәте 2011 йылға Республика адреслы инвестиция программаһын раҫланы, ул киләһе йылға дәүләт капитал һалыуҙары күләмен һәм файҙаланыу йүнәлештәрен билдәләй. Планлаштырылған ассигнованиеларҙың дөйөм суммаһы – 11,1 миллиард һум.
Иң ҙур күләм социаль ипотека кредиты биреүҙе үҫтереүгә, халыҡты авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереүгә, торлаҡ төҙөлөшө өсөн майҙансыҡтарҙы инженер әҙерләүгә йүнәлтеләсәк. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе стимуллаштырыуға бюджет ассигнованиеларының дөйөм суммаһы 4 миллиард һумға яҡын, йәғни бөтә программаның 36 процентын тәшкил итәсәк. Коммуналь төҙөлөшкә 1 миллиард һум йүнәлтергә планлаштырыла.
Шулай итеп, дөйөм алғанда, торлаҡ-коммуналь өлкәгә Республика адреслы инвестиция программаһы средстволарының яртыһы тиерлек тура килә.
Социаль комплексты үҫтереү дәүләт инвестицияларының өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын үҫтереүгә һәм модернизациялауға Инвестиция программаһына һалынған средстволар күләме 4,2 миллиард һум, йәғни республика программаһының дөйөм күләменең 37 процентын тәшкил итә.
Иң элек, раҫланған программа суммаһы бығаса булмаған күләмдә – 11 миллиард һумдан ашыу. Элекке йылдарҙа уның тәүге күләме күпкә кәмерәк була торғайны (мәҫәлән, 2010 йылда – ни бары 2,6 миллиард һум).
Элекке йылдарҙа төп күләмде программа, бер ниндәй аныҡ һәм асыҡ планһыҙ, йыл барышында йыйҙы. Уҙып барыусы йылда хәл бөтөнләй үҙгәрҙе. Республика бюджеты иҫәбенә объекттар төҙөлөшөнә контроль көсәйтеләсәк. «Республика адреслы инвестиция программаһы инвестицион-төҙөлөш объекттарының берҙәм реестры» автоматлаштырылған мәғлүмәт-аналитика системаһы төҙөлә. Уның ярҙамында 2011 йылда БР Хөкүмәте һәр объект буйынса хәлде күҙәтеп барасаҡ һәм комплекслы анализ нигеҙендә эштәр барышына төҙәтмә индерәсәк.
2011 йылда Республика адреслы инвестиция программаһын төҙөү һәм тормошҡа ашырыу процестары һиҙелерлек асыҡ буласаҡ. Киләһе йылдың беренсе кварталында уҡ муниципалитеттарға республика ҡалалары һәм райондары территорияларында төҙөлгән объекттар тураһында мәғлүмәт еткереләсәк. Ә өсөнсө кварталға — бүленгән средстволарҙың нисек үҙләштерелеүе һәм финанслау нисек барыуы хаҡында.
2012 йылдан башлап, интернет аша киләсәктә ниндәй объекттар төҙөргә планлаштырылыуы хаҡында белергә мөмкин буласаҡ. Был мәғлүмәт киң йәмәғәтселеккә лә асыҡ буласаҡ, тип көтөлә.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: