14:38 (UTC+5), 22 Декабря 2010

Хужалыҡтар тоҡомло йәш малды экспортҡа оҙата

Ришат Ситдиҡов
Башҡортостандың күп хужалыҡтары тоҡомло йәш һыйыр малы үҫтереү менән шөғөлләнә. Атап әйткәндә, Дүртөйлө районында малсылыҡ тап тоҡомсолоҡ йүнәлешендә үҫтерелә. Егерме ауыл хужалығы предприятиеһынан 16-һы бында ҡара-ала һәм бестужев тоҡомло һыйыр малы үрсетеүгә һәм һатыуға федераль лицензия менән тоҡомсолоҡ заводтары һәм репродукторҙары статусына эйә. Райондағы бөтә һыйыр малының 80 проценттан ашыуы тоҡомсолоҡ хужалыҡтарында аҫрала.
Йыл һайын хужалыҡтар мең баштан ашыу тоҡомло йәш мал һата. Уны республикала ғына түгел, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә һәм яҡын сит илдәрҙә лә теләп һатып алалар. Күптән түгел, мәҫәлән, Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы Ҡаҙағстанға йөҙ ҡара-ала тоҡомло башмаҡ оҙатты. Бының менән хужалыҡ районда беренсе булып юғары продуктлы малды экспортҡа оҙатыу иҫәбен асты.
Билдәле бер йүнәлеш тотоп мал аҫрау — ауыр, әммә төшөмлө эш. Быйыл тоҡомло мал аҫрау өсөн тоҡомсолоҡ хужалыҡтарына 30 миллион һумдан ашыу дотация бүленде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика