06:16 (UTC+5), 21 Декабря 2010

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын һатыу күләме арта

Ғәлиә Нәбиева
Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары малсылары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары быйылғы 11 айҙа уҙған йыл кимәленә ҡарата мал һәм ҡош-ҡортто һуғымға һатыу күләмен - 4,1 процентҡа, һөт һатыу күләмен – 1,1 процентҡа, йомортҡа һатыуҙы 1,7 процентҡа арттырҙы. Мал аҙығы һатып алыу, әҙерләү, ситтән ҡайтарыу өсөн субсидиялар, шулай уҡ малға лизинг ҡоролоҡтан зыян күргән ауыл халҡы өсөн етди ярҙам булды.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып республиканың 10 районында бер һыйырҙан һауым 4 мең килограмдан ашҡан. 20 районда йәш һыйыр малының тәүлегенә уртаса артымы 500-598 грамм тәшкил иткән.
Хәҙер республика малсыларына малды дөрөҫ ҡышлатыу мөһим. Малсылыҡ объекттарын төҙөү, реконструкциялау һәм модернизациялау буйынса инвестиция проекттарын, «2009-2012 йылдарға ит һәм һөт малсылығын үҫтереү», «2009-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһында шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү», «2009-2011 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөт фермаларын үҫтереү» республика программаларын тормошҡа ашырыу ҙа - өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика