06:02 (UTC+5), 20 Декабря 2010

«Башлеспром» компанияһына ябылыу хәүефе янай

Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков
«Башлеспром» урман әҙерләү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ябылыу хәүефе янай. Был турала шәмбе көндө БР Хөкүмәте Президиумының Белорет районында үткән күсмә ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
— Мин был компанияға бер аҙнала икенсе тапҡыр кешеләрҙән ялыу ишетәм, - тине республика башлығы. – Бындай ялыуҙар элек тә булды. Улар район хакимиәте башлыҡтарынан, республика ведомстволарынан һәм халыҡтан килә. Әгәр яҡын арала «Башлеспром» үҙенең позицияһын үҙгәртеп, йүнләп эшләй башламаһа, был компанияның төбәктә эшмәкәрлеге туҡтатыласаҡ.
Башҡортостан Президенты шулай уҡ БР Урман хужалығы министрлығының эшен әүҙемләштерергә ҡушты. Был ведомствоға ул кесаҙнала Мәсәғүт ауылында барған кәңәшмәлә тәнҡит һүҙҙәре әйткәйне. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, БР Урман хужалығы министрлығы ағас әҙерләү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға бюрократик ҡаршылыҡтар ҡуя.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика