06:04 (UTC+5), 16 Декабря 2010

Дәүләт унитар предприятиеларын реформалаштырыу буйынса кәңәшмә үтте

Светлана Ғәфүрова | фото: Андрей Старостин
15 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә дәүләт унитар предприятиеларының үҫеш перспетивалары һәм идаралыҡ системаһын реформалаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрелде.
Төбәк башлығы бөгөн Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләмәүсе 177 дәүләт унитар предприятиеһы булыуын, ә акционерҙар йәмғиәттәре менән сағыштырғанда дәүләт унитар предприятиелары дәүләттән ҙурыраҡ льготалар алыуын билдәләп үтте. Улар бюджеттан 50 миллиард һумға тиклем аҡса ала, шул уҡ ваҡытта 40 миллион һум килем алып еткермәй. Дәүләт унитар предприятиелары хөкүмәт контролендә түгел, был уларға активтарҙы урлауға һәм беренсе етәкселәргә саманан тыш ҙур эш хаҡы түләүгә тиклем, төрлө манипуляциялар өсөн юл аса.
БР Президенты фекеренсә, республикала дәүләт унитар предприятиелары һаны күпкә кәметелергә тейеш.
Рөстәм Хәмитов, дәүләт унитар предприятиелары хәүефһеҙлек менән бәйле тормоштоң стратегик мөһим өлкәләрендә, шулай уҡ ниндәй ҙә булһа коммерция перспективаһы бөтөнләй булмаған урында ғына һаҡланырға тейеш, тип иҫәпләй.
— Артабан былай йәшәргә ярамай. Элекке форматта дәүләт унитар предприятиелары башҡаса йәшәй алмай. Бөгөн беҙ принципиаль ҡарар ҡабул итәбеҙ: дәүләт унитар предприятиелары системаһын реформалаштырасаҡбыҙ. Был ойошмалар башҡаса дәүләт күкрәгенән бушлай һөт менән туҡланмаясаҡ, — тип белдерҙе төбәк башлығы.
Шул уҡ ваҡытта ул, дәүләт унитар предприятиеларын реформалаштарыуҙы етди, уйлап хәл итергә кәрәк, сөнки уларҙа 45 мең самаһы кеше эшләй, һәм республика Хөкүмәте уларҙың хәлен насарайта алмай, тип иҫәпләй. Башҡортостанда 96 дәүләт унитар предприятиеһы ашығыс реформалаштырыуға мохтаж, ә 80-е аҡрынлап ҡайтанан ойоштороласаҡ.
Дәүләт унитар предприятиеларын реформалаштырыу буйынса ҡарар проектын әҙерләүҙе Президент республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына йөкмәтте.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика