10:56 (UTC+5), 14 Декабря 2010

Рөстәм Хәмитов, Өфөләге алданған өлөшсөләр 2012 йылдан да һуңға ҡалмайынса фатирлы буласаҡ, тип вәғәҙә итте

Светлана Ғәфүрова
Бөгөн Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеүгә арналған кәңәшмә үтте. Кәңәшмәлә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй»ҙең вкладсыларҙың һәм өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эшсе төркөмө етәксеһе Александр Хинштейн, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, БР прокуроры Сергей Хуртин, БР буйынса Эске эштәр министрлығы башлығы Игорь Алешин, шулай уҡ алданған өлөшсөләрҙең инициатива төркөмдәре вәкилдәре ҡатнашты.
Өфөлә йәшәүсе 2 000-гә яҡын кеше, 2003 йылдан башлап, ҡаланың төрлө биҫтәләрендә өлөшләтә ҡатнашыу шарттарында 25 торлаҡ йорт төҙөлөшөнә аҡса индергән. Ләкин «Йәшел яр», «Каскад», «Седьмое небо», «Солнечный» объекттары проблемалыға әйләнгән, кешеләр әле булһа унда фатир ала алмай.
Республиканың элекке етәкселеге алданған өлөшсөләр проблемаларына тейешле иғтибар бирмәне, һәм улар үҙ ҡарамағына ҡалдырылды. Президент вазифаһын ҡабул итеп алғас та Рөстәм Хәмитов был ҡатмарлы проблеманы хәл итеүгә әүҙем ҡушылды.
Президент белдереүенсә, был хәлдән сығыу алгоритмдарын эшкәртеү, бөтә мәғлүмәтте өлөшсөләргә еткереү һәм, ахыр килеп, тәғәйен һөҙөмтә алыу – граждандарҙы алданған өлөшсөләр категорияһынан бәхетле өй туйлаусылар категорияһына күсереү мөһим.
Рөстәм Хәмитов ауыр хәл килеп тыуыуҙа ғәйепле кешеләргә ҡарата бик ҡаты позицияла.
— Алдашыусыларҙың барыһы ла төрмәгә ултырырға тейеш, — тип ҡәтғи белдерҙе Президент. – Һеҙ, властың жуликтарға көсө етмәҫ, тип уйлайһығыҙмы? Етәсәк!
Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфө мэры Павел Качкаев та ҡатнашты. Уның сығышында, бюджет средстволарын һәм муниципалитеттың башҡа административ ресурстарын йәлеп итеп, алданған өлөшсөләрҙең проблемаларын хәл итеү буйынса тәғәйен аҙымдар яһалыуы телгә алынды. Мәҫәлән, ҡала был проблеманы хәл итеүгә — 300 миллион, ә республика 200 миллион һум аҡса бүлгән дә инде.
Александр Хинштейн, Президенттың әүҙем позицияһы арҡаһында Өфөлә «алданған өлөшсөләр» эше урынынан ҡуҙғалды, тигән фекер белдерҙе.
— Башҡортостан халҡы власҡа ышана, сөнки власть уларҙы ишетә, шуға күрә лә проблемалар хәл ителәсәк, — тине Дәүләт Думаһы депутаты.
Рөстәм Хәмитов өлөшсөләрҙе, республика Хөкүмәте һәм Президенты зыян күргән кешеләр 2012 йылдан да һуңға ҡалмайынса торлаҡ алһын өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип ышандырҙы.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика