11:26 (UTC+5), 14 Декабря 2010

Өфөлә «Сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес» һайланасаҡ

Ғәлиә Нәбиева
16 декабрҙә Өфөлә IV «Сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес — 2010» республика конкурсы үтәсәк. Һөнәри ярыш Ростехнадзор көнөнә ҡарата үткәрелә.
Конкурсты Дәүләт системаһына индерелмәгән “Тармаҡ-ара институты” белем биреү учреждениеһы, Ростехнадзорҙың Урал буйы идаралығы ойошторған. Конкурс ике этаптан торасаҡ. Беренсеһендә компьютерҙа тест үткәреләсәк. Икенсе этапта һәр өс конкурсантҡа предприятиеларҙа сәнәғәт хәүефһеҙлеген ойоштороу буйынса һорауҙар биреләсәк. Һәр ҡатнашыусыла сигнал төймәһе буласаҡ. Уға башҡаларҙан алдараҡ баҫҡан конкурсант һорауға беренсе булып яуап бирәсәк.
Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнәсәк: «Күтәреү ҡоролмалары», «Магистраль торба үткәргестәр» һәм «Баҫым аҫтында эшләүсе ҡорамалдар».
Һөнәри ярышта республика ойошмалары тәҡдим иткән йәки конкурста үҙ аллы сығыш яһаусы предприятие белгестәре ҡатнаша ала. Һәр номинацияла еңеүселәрҙе диплом һәм музыкаль үҙәк көтә, уға «Сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес-2010» исеме биреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика