05:40 (UTC+5), 14 Декабря 2010

Башҡортостан эшҡыуарҙары инвалидтарға эшкә урынлашыуҙа ярҙам итергә ниәтләй

Любовь Колоколова
Ошо арала Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыу һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу проблемаһы тикшерелде.
Дәүләт комитеты рәйесе Айҙар Хәлилов инвалидтарҙың республика йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм эшҡыуарҙар менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан Президентының мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле инструменттарын әҙерләргә ҡушыуын үтәү буйынса саралар комплексын тикшерҙе.
— Үҙгәрештәр иң элек закондар сығарыу базаһына, инвалидтарға финанс яҡтан ярҙам итеүгә, эште ойоштороу формаларына һәм административ сараларға ҡағылырға тейеш, - тине Айҙар Хәлилов. – Бының өсөн һәр төрлө ведомство вәкилдәренән торған эш төркөмө булдырырға кәрәк.
Инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары предприятиелары ассоциацияһы рәйесе Руслан Кинйәкәев тә үҙенең фекерен белдерҙе:
— Социаль йүнәлешле ҡатнаш милектәге бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың яңы төрөн булдырырға кәрәк. Унда инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығының өлөшө 25 проценттан артмаҫҡа тейеш. Шул саҡта беҙ инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итә алыр инек.
Кәңәшмәлә шулай уҡ бөтә төр милектәге предприятиеларҙа инвалидтар өсөн яңы эш урындары ойоштороу, был маҡсатта инвестициялар йәлеп итеү һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ иткән, уларға уңайлы мөхит булдырған фирмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды.
Айҙар Хәлилов инвалидтарға ярҙам итеү буйынса комплекслы программа әҙерләргә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, күреү һәләте буйынса инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары предприятиелары нигеҙендә был категориялағы граждандарҙы тейешле уҡытыуҙан һуң эшкә урынлаштырыу өсөн саll-үҙәктәр ойоштороуға ла иғтибар бирергә кәрәк. Билдәле, бындай үҙәктәрҙе эшҡыуарлыҡ субъекттары яғынан заказдар менән тәьмин итеү өсөн мотивацион шарттар ҙа булырға тейеш, тип хәбәр итте дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика