17:50 (UTC+5), 08 Декабрь 2010

Япония Стәрлетамаҡ каучуктары менән ҡыҙыҡһынды

"Башинформ"
8 декабрҙә Республика Йортонда Японияның «Йокогама» корпорацияһы вәкилдәре менән осрашыу үтте.
– Башҡортостан сит ил инвесторҙары, шул иҫәптән Япония предприятиелары менән иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирә, – тип белдерҙе БР Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов.
Япония компанияһы вәкилдәре беҙгә ноябрь айында республикабыҙ делегацияһының Японияға сәфәренә яуап итеп килде. Ноябрҙәге сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы Японияның ҙур бизнес вәкилдәре менән 13 осрашыу үткәрҙе. Сәфәр һөҙөмтәһендә Башҡортостан менән РОТОБО корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
«Йокогама» компанияһы вәкилдәре Башҡортостанға килергә саҡырыуҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Улар ныҡлы иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырыу яҡлы. Беренсе сиратта, автомобиль шиндары сығарыуға махсуслашҡан япондар яғы иғтибарын төбәктең нефтехимия предприятиелары, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡтың изопрен каучук сығарыусы «Синтез-Каучук» предприятиеһы потенциалы йәлеп итте.
Әлеге осрашыуҙа, Стәрлетамаҡ предприятиеһы Японияның «Йокогама» заводтарының еңел автомобилдәр шиндары етештереү өсөн тәүге материалдар менән тәьмин итеүгә талабын тулыһынса тәьмин итергә әҙер, тип белдерелде. «Синтез-Каучук» йылына 144 мең тонна самаһы изопрен каучук сығара, ә Япония корпорацияһына йылына 12 мең тонна күләмендә талап ителә.
Бөгөн компания вәкилдәре предприятиеның үҙе, уның үҫеш перспективалары менән танышты, кәрәкле экспертизалар үткәреү өсөн «Синтез-Каучук» продукцияһының һынау партияһын ебәреү тураһында һөйләшеп килеште.
Япония яғы башҡа өлкәләрҙә лә бәйләнештәрҙе үҫтереү менән ҡыҙыҡһынды. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта делегация «Стәрлетамаҡ машиналар эшләү компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һәм «Инмаш» концернына барҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика