08:00 (UTC+5), 06 Декабря 2010

Февралдә Өфөлә VIII «ӨфөСәнәғәтЭкспо-2011» күргәҙмәһе үтәсәк

Любовь Колоколова
Киләһе йылдың февралендә республиканың баш ҡалаһында әһәмиәтле ваҡиға - ҡала предприятиелары етештергән тауарҙар һәм продукция күрһәтеләсәк «ӨфөСәнәғәтЭкспо-2011» күргәҙмәһе үткәреләсәк.
Күргәҙмә 8-10 февралдә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Был юлы ул һигеҙенсегә ойошторола. Ойоштороусыһы булып Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте сығыш яһай.
Фән, техника һәм технологиялар өлкәһендә Башҡортостандың баш ҡалаһы иҡтисадының ҡаҙаныштарын күрһәтеү - күргәҙмәнең төп маҡсаты. Күргәҙмә предприятиелар араһындағы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм Өфө етештереүселәре тауарҙарын рекламалауға йүнәлтелгән.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, «ӨфөСәнәғәтЭкспо–2011» — коммерцияға ҡарамаған күргәҙмә, Өфө предприятиелары имиджын күтәреү, етештерелгән продукцияның конкурент һәләтлелеген арттырыу, тауар һатыу баҙарын киңәйтеү маҡсатында үткәрелә.
Ҡаланың юғары иҡтисади-техник күрһәткестәргә өлгәшкән, производствоһын үҫтереү һәм модернизациялау менән шөғөлләнеүсе, яңы төр продукция үҙләштереүсе сәнәғәт, төҙөлөш индустрияһы предприятиелары, бәләкәй бизнес субъекттары күргәҙмәлә ҡатнашыуға саҡырыла.
Күргәҙмә һәр төрлө тармаҡ белгестәренә лә, киң ҡатлам халыҡҡа ла берҙәй ҡыҙыҡлы буласаҡ.
Күргәҙмә барышында конкурс комиссияһы биш номинацияла еңеүселәрҙе асыҡлаясаҡ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика