07:08 (UTC+5), 06 Декабря 2010

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡын түләүҙә хоҡуҡ боҙған өсөн 1196 эш биреүсегә штраф һалынды

Ғәлиә Нәбиева
БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы йыл башынан алып хеҙмәт хаҡын түләү буйынса 1800 тикшереү үткәрҙе. Инспекторҙар килеп, күрһәтмәләр бирелгәндән һуң һигеҙ меңгә яҡын хеҙмәткәр тотҡарланған 114,2 миллион һум түләүҙәрен алды. Был нигеҙҙә хеҙмәт хаҡын түләү, тулыһынса иҫәп-хисап алыу, эштән һуң ҡалып эшләү, төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләү буйынса бурыстар.
1196 эш биреүсегә хеҙмәт хаҡын түләүҙә хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн биш миллион һумдан ашыу суммаға штраф һалынды. Йәнә 67-һенә дәүләт хеҙмәт инспекторҙарының етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмәләрен үтәмәгән өсөн штраф һалынды. Һигеҙ вазифалы кешегә дисциплинар яза бирелде.
Хеҙмәт хаҡын түләү өлкәһендә эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын икенсегә боҙоу осраҡтары асыҡланған өс етәксегә ҡарата дисквалификациялау мәсьәләһен хәл итеү өсөн материалдар судҡа ебәрелгән. Ә биш етәксегә ҡарата материалдар енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн прокуратура органдарына йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика