10:46 (UTC+5), 03 Декабря 2010

Уртаса магистраль Sukhoi Superjet (SSJ-100) «Өфө» аэропортында тәүге тапҡыр

Любовь Колоколова
«Өфө» Халыҡ-ара аэропортында бөгөн Раменское – Өфө маршруты буйынса техник рейс башҡарған «Сухой Суперджет-100" (Superjet-100 или SSJ-100) яңы ватан самолёты тәүге тапҡыр ултырҙы. Тәүге рейс өсөн Өфө аэропорты осраҡлы ғына һайланмаған: һуңғы йылдарҙа беҙҙең авиапредприятие заманса навигация ҡорамалдары менән йыһазландырылды. Төбәктә метеошарттар ҙа уңайлы.
Яңы ике моторлы турбореактив самолёт алдынғы конструктор ҡарарҙары һәм заманса ныҡлы материалдар ҡулланып ҡороу иҫәбенә яҡынса 70 000 осоу сәғәте (донъя буйынса уртаса күрһәткес 30 000 осоу сәғәте) ресурсына эйә. Sukhoi Superjet 100/75 — 2900-4550 километрға 78 пассажир ташыуға иҫәпләнгән вариант; Sukhoi Superjet 100/95 2950-4420 километрға 98 пассажир ташыуға иҫәпләнгән. Һуңғы биш-алты йылда элекке СССР илдәрендә лә, шулай уҡ бөтә донъяла ла баҙарҙың тап ошо секторы үҫешә. Яңы самолёттар файҙаланыуҙан сығарыла барған, физик яҡтан иҫкергән Ан-24, Ту-134 һәм Ту-154 лайнерҙарын алмаштырыуы ихтимал.
«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты” акционерҙар йәмғиәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә етештерелгән яңы самолёттың ултырыуы кеүек мөһим ваҡиға Башҡортостан авиапредприятиеһы техник хеҙмәттәренең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы: лайнер борты эргәһендә осоп килгән техниктар менән уның мөмкинлектәрен тикшереү бик ҡыҙыу барҙы.
Ҡәҙимге пассажирҙар өсөн дә яңы самолёт ҡыҙыҡлы буласаҡ. Уның салонында тәү ҡарашҡа ташланған яңылыҡтар байтаҡ: креслолар, багаж бүлеге, кухня уңайлы урынлаштырылған. Экипаж кабинаһында штурвал кабинаның уң һәм һул яғынан ике идара итеү пультына алмаштырылған.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика