06:47 (UTC+5), 02 Декабря 2010

Рөстәм Хәмитов: Башҡортостан төҙөүселәренең данын ҡайтарырға кәрәк

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә төбәгебеҙҙең төҙөлөш комплексын үҫтереү перспективаларына һәм төп йүнәлештәренә арналған кәңәшмә үткәрелде. Кәңәшмәне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала төҙөлөш эштәре күләме былтырҙан алып 16,3 процентҡа кәмегән һәм 80,6 миллиард һум тәшкил итә. Подряд эштәре күләменең 40 проценты ғына Башҡортостандың ҙур һәм уртаса предприятиелары тарафынан башҡарылған. Һуңғы биш йылда бындай ойошмалар һаны ике тапҡырға кәмегән.
— Төбәктә тармаҡ предприятиеларының 20 проценты самаһы килемһеҙ эшләй, — тип хәбәр итте республика Президенты. – Предприятиеларҙың күбеһе банкротлыҡ стадияһында. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса беҙ башҡа төбәктәрҙән ныҡ ҡына ҡалышабыҙ. Торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса Башҡортостан илдә 56-сы һәм Волга буйы федераль округында 12-се урында.
Республика башлығы төҙөлөш индустрияһының төп йүнәлештәрен билдәләне:
— Төҙөлөшкә ер участкалары бүлеүҙә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Был төҙөлөштө тотҡарлау сәбәптәренең береһе булып тора. Беҙҙә ер күп, ә уны бүлеүҙә тәртип юҡ. Яҡындағы өс айҙа төҙөлөш эштәренә ер участкалары бүлеү тәртибен ябайлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк.
Киләһе пункт – төҙөлөш өсөн ер участкаларында кәрәкле инфраструктураның булмауы. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн тейешле иҫәп-хисаптар яһалды һәм улар 2011-2015 йылдарға БР торлаҡ төҙөлөш программаһына индерелде. 2011 йылда инженер селтәрҙәре төҙөүгә – 500 миллион, ә бүлеү газ селтәрҙәре төҙөүгә 400 миллион һум аҡса бүлергә планлаштырыла.
— Социаль ипотекаға тейешле иғтибар бирергә кәрәк, — тине БР Президенты. — Граждандар йыллыҡ 11 процент менән бирелгән ипотека кредиттарын түләй алмай. Хөкүмәт субсидиялары ярҙамында был процентты ете һәм хатта алтыға төшөрөргә кәрәк.
Был маҡсаттарҙа киләһе йылдың республика адреслы инвестиция программаһына 120 миллион һум күләмендә средстволар һалынасаҡ.
Рөстәм Хәмитов, Башҡортостандың төҙөлөш тармағын граждандар файҙаһына эшләһен өсөн ҡеүәтле һәм рентабелле яһарға кәрәк, тип билдәләне.
— Элек бөтә донъя буйлап эшләгән Башҡортостан төҙөүселәренең данын ҡайтарырға кәрәк, — тине ул.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика