12:29 (UTC+5), 02 Декабря 2010

Ер мәсьәләһе буйынса Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция эшләй башланы

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ҙур залында, «Ер-милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм камиллаштырыуҙың төбәк проблемалары» Төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы эшләй башланы. Унда Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кубрин, Премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов, БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы, Росреестр, шулай уҡ республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша.
Алексей Кубрин конференцияла ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота исеменән тәбрикләне.
— Ер мәсьәләһе илдең иҡтисади үҫеше өсөн иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора, — тине ул. – Бөтә донъяла ер-милек мөнәсәбәттәрен һөҙөмтәле юлға һалыу өҫтәмә финанс мөмкинлектәре йәлеп итеү өсөн нигеҙ булып тора. Рәсәйҙә был мәсьәләгә тейешле иғтибар бирелмәй. Әлеге ваҡытта беҙ яңы менталитетты ойоштороу стадияһындабыҙ. Волга буйы федераль округында ер участкаларының 20 процентының ғына билдәле бер сиге һәм беркетелгән милек мөнәсәбәттәре бар. Ҡалғандары – хужаһыҙ. Дәүләттең һәм физик шәхестәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген ойоштороуға өлгәшергә кәрәк. Конференцияла федераль кимәлдә норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләү өсөн нигеҙ итеп алырлыҡ ер һәм милек мөнәсәбәттәрен үҫтереү буйынса перспективалы тәҡдимдәр индерелер, тип ышанам.
Илшат Тажетдинов БР Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән тәбрикләү һүҙен уҡып ишеттерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың инвестициялар йәлеп итеүсәнлеген яҡшыртыу өсөн ер һәм милек мөнәсәбәттәрен юлға һалырға кәрәк.
— Беҙ конференцияла һөҙөмтәле эшләргә һәм күп яңы тәҡдимдәр ишетергә тейешбеҙ, — тип билдәләне Илшат Тажетдинов.
Пленар өлөш тамамланғас, секциялар эше башланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика