08:06 (UTC+5), 02 Декабря 2010

Башҡортостан ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә өҫтәмә федераль транш аласаҡ

"Башинформ"
Ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә федераль ҡаҙнанан Башҡортостан ағымдағы йылдың сентябрь башында 3 миллиард 88 миллион һум күләмендә бюджет кредиты алды.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы рекомендацияһы буйынса, күрһәтелгән сумманың 35 проценты (1 миллиард 80 миллион һум) миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреүгә субсидиялар биреүгә йүнәлтелде. Бюджет кредитының ҡалған өлөшө ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең мал аҙығы әҙерләү, һатып алыуға киткән сығымдарын компенсациялауға китте.
Быға өҫтәп, Рәсәй Хөкүмәте Бойороғо, БР Хөкүмәте һәм РФ Финанс министрлығы араһындағы Килешеү менән, ҡоролоҡтан зыян күргән төбәктәр бюджетының тигеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларға ярҙам итеү маҡсатында республикаға 459,045 миллион һум күләмендә федераль бюджеттан дотациялар бүленде.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән субсидиялар биреү тәртибе билдәләнгән, һәм улар, страховкаланған һәләк булған ауыл хужалығы культуралары майҙанының 1 гектарына - 365 һум һәм страховкаланмаған 1 гектарға 352 һум ставкаһынан сығып, шунда уҡ зыянды ҡаплауға йүнәлтелгән.
Яҡын арала РФ Хөкүмәте төбәктәргә йәнә бер транш йүнәлтергә ниәтләй. Башҡортостанға 406 миллион һум бүлеү ҡаралған.
Өҫтәмә рәүештә 2010 йылдың дүртенсе кварталында федераль бюджеттан республика ҡаҙнаһына түбәндәге суммалар күсте:
— бер йылға иҫәп тотоп алынған кредит һәм займдар буйынса проценттарҙы түләүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 85 миллион һум субсидия;
— минераль ашламалар һатып алыуға 29,294 миллион һум;
— йәш белгестәргә һәм граждандарға «Ауылдың социаль үҫеше» программаһы буйынса торлаҡ һатып алыуға 14,8 миллион һум субсидия.
Бынан тыш «2009 — 2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһының ит малсылығын үҫтереү» маҡсатлы тармаҡ программаһы сараларын ҡушма финанслауға 138 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү планлаштырыла, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика