10:20 (UTC+5), 30 Ноября 2010

Өфөлә 23 хужаһыҙ күсемһеҙ милек объекты асыҡланды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Бөгөнгө көндә Өфөлә 23 хужаһыҙ күсемһеҙ милек объекты асыҡланған. Был турала мэриялағы матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары, ҡаланың муниципаль милкенә идара итеү комитеты рәйесе Рәмил Дилмөхәмәтов хәбәр итте.
— Был объекттар Октябрь, Орджоникидзе, Калинин, Дим һәм Ленин райондарында урынлашҡан, — тине ул. — Бөтә ҡоролмалар буйынса эш алып барыла. Шуларҙан быйыл билдәләнгән тәртиптә бер объект иҫәпкә ҡуйылған, быйыл йыл башында – 13. Ноябрҙә Росреестрға тағы бер объект буйынса иҫәпкә ҡуйыу өсөн документтар тапшырылды.
Ҡалған һигеҙе буйынса Муниципаль милек менән идара итеү комитеты был ҡоролмаларҙың хужаһыҙлыҡ статусын билдәләү буйынса эш үткәрә.
Рәмил Дилмөхәмәтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, хужаһыҙ объекттар ҡала халҡына проблемалар тыуҙыра. Уларҙың хужаһы булмағас, бер кем дә уларҙы ҡарамай. Был янғын сығыу ҡурҡынысы тыуҙыра. Шулай уҡ хужаһыҙ биналар, ҡағиҙә булараҡ, йәмһеҙ һәм ҡаланың дөйөм йөҙөн боҙа.
— Беҙ хужаһыҙ объекттарҙы асыҡлау буйынса 2006 йылдан әүҙем эшләй башланыҡ, — тип билдәләне Өфөнөң Муниципаль милек менән идара итеү комитеты рәйесе. – Тап шул саҡта милекте айырыу башланды. Беҙ ҡала буйлап ошондай объекттарҙы эҙләп йөрөп сығабыҙ. Был йүнәлештә махсус бүлектәр эшләй, ер контроле булдырылған. Иң элек, беҙ объекттың хужаһы бармы- юҡмы икәнлеген билдәләргә тейешбеҙ. Әгәр юҡ икән, был объекттарҙы муниципаль милеккә яҙабыҙ. Ҡала өсөн был өҫтөнлөк, сөнки бюджетыбыҙ тулылана. Әгәр объекттарҙы һатһаҡ, уларға баҙар хаҡы ҡуйыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика