05:22 (UTC+5), 29 Ноября 2010

«Скай Экспресс» авиакомпанияһы «Өфө – Мәскәү» рейстарын көн һайын яһаясаҡ

Любовь Колоколова
1 декабрҙән «Скай Экспресс» (Sky Express) авиакомпанияһы «Өфө – Мәскәү» рейсын башҡарыу йышлығын арттыра, ул хәҙер көн һайын осасаҡ. Ә киләһе йылда был компания Мәскәүгә осоу йышлығын тәүлегенә ике рейсҡа тиклем арттырырға планлаштыра.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Скай Экспресс» Мәскәүҙән Өфөгә тәүге рейсын 1 ноябрҙә яһағайны. Был йүнәлеш авиакомпанияның 12-се регуляр осоштар йүнәлеше булды. Самолет «Внуково» аэропортынан 01 сәғәттә оса, Өфөгә 05 сәғәт 15 минутта килә. Өфөнән кире рейс — урындағы ваҡыт менән 06 сәғәт 40 минутта. Самолет Рәсәйҙең баш ҡалаһына 07 сәғәттә барып етә.
Уңайлы осоштар графигы пассажирҙарға Мәскәүгә лә, Өфөгә лә иртәнсәк барып етергә һәм эш көнөн ике ҡалала ла уңышлы үткәрергә мөмкинлек бирә. Йәкшәмбе көндәрендә «Скай Экспресс» Мәскәүгә көндөҙгө ваҡытта рейс яһай: Өфөгә 16 сәғәт 10 минутта килә, Өфөнән 17 сәғәт 25 минутта оса. Рейстар ярайһы уҡ арзан тарифтар буйынса башҡарыла — бер яҡҡа 2000 һумдан алып.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика