Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Ноябрь 2010, 16:08

«Урал Лото» беренсе Chevrolet Aveo автомобилен отоусыны ҡотлай

«Урал Лото» компанияһы офисында «Автомания» дәртләндереү лотереяһында тәүге еңеүсе билдәле булды. 0418728492-се бәхетле билет хужаһының исеме Ришат. Ул Ишембайҙа ставка яһаған, ә үҙе Ишембай районы ауылдарының береһендә йәшәй. Уға 26 йәш, ҡаланың ҙур предприятиеларының береһендә йөк тейәүсе булып эшләй.
Өр-яңы Chevrolet Aveo автомобиле асҡысын тапшырыу тантанаһы 26 ноябрҙә үткәрелә. «Урал Лото» компанияһы Ришатты был отошо менән ысын күңелдән ҡотлай һәм лотереяла ҡатнашыусыларға тағы туғыҙ автомобиль ҡалыуы хаҡында хәбәр итә.
Лотерея хаҡында ентекле мәғлүмәттәр www.uralloto.ru сайтында.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: