05:40 (UTC+5), 25 Ноября 2010

БашТЭК предприятиеларын һатыуҙан средстволар республикаға эшләйәсәк

"Башинформ"
Башҡортостанда республика яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларын һатыуҙан алынған аҡсалата средстволарҙы депозит иҫәптәргә һалыуҙан дивидендтарҙы бүлеү буйынса Совет төҙөлә. Был турала 24 ноябрҙә муниципаль райондар һәм ҡала округтары башлыҡтары менән осрашыу ваҡытында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Хәҙерге ваҡытта 2009 йылда «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһын, Өфө нефть эшкәртеү заводтарын һәм «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен һатыуҙан алынған средстволар республиканың дүрт хәйриә фондында урынлаштырылған. Тиҙҙән был структуралар берҙәм «Урал» Хәйриә фондына берләштереләсәк. Аҡсалата средстволарҙы урынлаштырыуҙан йыллыҡ процент килеме 4,5 млрд. һум самаһы тәшкил итәсәк. Шуның 2,5 млрд. һумы йыл һайын – спортты үҫтереүгә, 1,5 млрд. һумы Башҡортостандың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, йыл һайын социаль объекттарға 1,2 млрд. һум «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан йүнәлтелә. Шулай итеп, республиканың социаль өлкәһенә бюджеттан тыш һалыуҙарҙың дөйөм күләме йылына 5 млрд. һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
«Урал» Хәйриә Фонды средстволарын бүлеү менән 7 кешенән торған Фонд Советы шөғөлләнәсәк. Шуларҙың дүртәүһен – Башҡортостан Президенты, икәүһен төбәктең сәнәғәт предприятиелары тәҡдим итәсәк. Фонд Советы рәйесе Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимов буласаҡ. Бынан тыш, Фонд средстволарын һөҙөмтәле тотоноуҙы Попечителлек советы күҙәтеп барасаҡ, уның составына республика Президенты, Башҡортостан Хөкүмәте һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инәсәк.
Ҡала һәм райондарҙың, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларының «Урал» Фонды средстволарын алыуға заявкалары Башҡортостан Хөкүмәтенә йүнәлтеләсәк һәм артабан, ҡарағандан һуң, Фондҡа киләсәк. Финанслауға тәҡдим ителгән проекттарҙы һайлап алыу асыҡ, халыҡ алдында үткәреләсәк. Фонд средстволарын файҙаланыу тураһында отчетлылыҡ закон менән билдәләнгән тәртиптә яһаласаҡ һәм киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сығасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика