10:06 (UTC+5), 24 Ноября 2010

Стәрлетамаҡтың Директорҙар советын Илгиз Шәрипов етәкләне

Әнисә Абдуллина
Стәрлетаматың ҡала Директорҙар советына ингән илле иң ҙур предприятиеһы һәм ойошмаһы етәкселәре сираттағы ултырышында ҡайһы бер ойоштороу мәсьәләләрен ҡараны. Атап әйткәндә, яңы рәйес һайланы, ул «Красный пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илгиз Шәрипов булды (элек Директорҙар советына Алексей Изотов етәкселек итә ине – хәҙер ул ҡала хакимиәте башлығы); Совет президиумы һәм эш биреүселәр яғынан социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия составын ойошторҙолар.
Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотов әйтеүенсә, ҡала төрлө төбәк һәм федераль программаларҙа ҡатнашып, инвестициялар йәлеп итеү өсөн һәр мөмкинлекте файҙалана. Әммә юлдарҙы ремонтлау, мәктәп һәм балалар баҡсаларына, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ярҙам кеүек күп мәсьәләләр бюджет финанслауынан ситтә ҡала.
Директорҙар советы абруйлы консультатив орган ғына түгел, ҡайһы бер ижтимағи мөһим проблемаларҙы хәл итеүҙә етди ресурс та булып тора. Ултырышта Совет ағзалары ҡала проекттарында ҡатнашырға әҙер булыуҙарын белдерҙе һәм хакимиәт менән предприятиелар араһында үҙ-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек форматын тикшерҙе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика