Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2010, 09:47

Рөстәм Хәмитов: “Үҙ йортом” — матур проект, әммә асылда проблемалар ояһы ла

— Уны матур проект булараҡ тәҡдим иттеләр, ә асылда иһә проблемалар ояһы булып сыҡты, — “Комсомольская правда” гәзите уҡыусылары һорауҙарына яуап биреп, “Үҙ йортом” республика программаһын ғәмәлгә ашырыуҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шулай баһаланы.
Тура бәйләнеш буйынса ла, электрон почта аша ла был программаны ғәмәлгә ашырыуға ҡағылышлы бик күп һорауҙар бирелде.
— Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн бик күп — 1 миллиард һумдан ашыу бюджет аҡсаһы бүленгән, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ был средстволарҙың дөрөҫ тотонолғанмы-юҡмы икәнлегенә баһа бирергә тейешбеҙ. Беҙҙә аныҡ яуаптар булыу менән кешеләргә лә яуап бирәсәкбеҙ. Әле тикшереүҙәр бара.
Төбәк башлығы был мәсьәләләрҙең әлеге ҡасабаларҙы проектлаусы кешеләрҙең системалы эшләмәүенә бәйле булыуын билдәләп үтте. Төҙөлөштөң генераль планы раҫланырға, ерҙәр юридик яҡтан дөрөҫ рәсмиләштерелергә, ресурстар бер нисә йылға бүленергә тейеш.
— Ундай системалы проект булмаған, — тине Рөстәм Хәмитов. — Эмоциялар, вәғәҙәләр булған. Ошо вәғәҙәләр программаға йөҙләгән, меңләгән кешеләрҙе йәлеп иткән. Һәм бөгөн кешеләр үҙҙәрен алда нимәләр көтөүен белмәй аптыраша. Инфраструктура, транспорт, газ үткәреү, мәктәп, балалар баҡсалары төҙөүгә ҡағылышлы мәсьәләләр бик күп.
Илебеҙҙә уңышлы ғәмәлгә ашырылыусы коттедж төҙөү проекттарының етерлек булыуын билдәләп үтте Президент. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай тәжрибә өйрәнелмәгән.
— Бөгөн беҙ ошо мираҫ менән яфа сигәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Мәсьәләне хәл итеү менән шөғөлләнәсәкбеҙ, әлбиттә. Әммә уларҙы проектлау стадияһында хәл итеү, кешеләрҙе яфаламау еңелерәк булыр ине.
Республика башлығына бирелгән һорауҙарҙың байтағы шәхси төҙөлөш өсөн бүленгән ерҙәрҙе милек итеп рәсмиләштереүгә бәйле булды. Төбәк башлығы республикала, шулай уҡ бөтә Рәсәйҙә лә, ерҙәрҙең бик оҙаҡ рәсмиләштерелеүе менән килеште.
— Бик оҙаҡҡа һуҙыла, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Мин ҡайһы бер кешеләрҙең ерҙәрен милек итеп рәсмиләштереүенең өс-биш йылға һуҙылыу осраҡтарын беләм.
Формаль яҡтан, түрәләр процедура сиктәрендә эш итә: өс ай тип әйтелгән икән, улар өс ай ҡарай. Ерҙе рәсмиләштергәнсе тиҫтәләгән ойошманы үтергә кәрәк була.
— Ерҙе рәсмиләштереүҙең бындай системаһы менән алыҫ китә алмаясаҡбыҙ, әлбиттә, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты. — Кешеләр ҡатмарлы, күп баҫҡыслы һәм асыҡ булмаған система һаҙлығына бата. Был осраҡта республика закондары ергә документтар биреүҙә мөһим элемент булып тормай. Нигеҙҙә, ҡатмарлы федераль законға баҫым яһала.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Комсомольская правда” гәзите уҡыусылары менән бер сәғәт аралашты һәм республика халҡын ҡыҙыҡһындырған тиҫтәләрсә һорауҙарға яуап бирҙе.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: