07:26 (UTC+5), 24 Ноябрь 2010

Энергетиктар ҡышҡы һыуыҡтарға әҙер булыуын күрһәтте

Рәсүл Хәмиҙуллин
Йылытыу миҙгеле башланғас тәүге һыуыҡтарҙы Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәре белгестәре тулы әҙерлектә ҡаршыланы һәм ҡулланыусыларҙы йылылыҡ менән ышаныслы тәьмин итеүҙәрен күрһәтте.
Башҡортостан энергетиктары көндәр һыуыныу менән (18 ноябрҙән алып 22 ноябргә тиклем уртаса тәүлек һауа температураһы плюс бер градустан минус 12 градусҡа тиклем төштө) кисектергеһеҙ саралар күрҙе. «БашРТС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә торба үткәргестәрҙә йылылыҡ йөрөтөү (селтәр һыуы) температураһын күтәрҙеләр, йәғни ҡулланыусыларға йылы биреүҙе арттырҙылар. Мәҫәлән, Өфөлә 19 ноябрҙә йылылыҡ йөрөтөү температураһы плюс 73°С градусҡа тиклем күтәрелде, икенсе төнгә күрһәткес тағы ике градусҡа арттырылды, ә көндөҙ плюс 80°С градусҡа етте. Ә 22 ноябргә Өфөлә иң юғары күрһәткескә – 85 градусҡа тиклем йылытыуға – өлгәшелде. Благовещен, Салауат һәм Стәрлетамаҡ йылылыҡ энергетиктары ла ошондай уҡ билдәгә сыҡты.
«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фатирҙарҙы һөҙөмтәле йылытыу өсөн селтәр һыуын тағы ла юғарыраҡ температураға тиклем йылытырға тура килде: Нефтекамала – плюс 88°С, Ағиҙелдә – плюс 93°С градусҡа тиклем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика