06:50 (UTC+5), 23 Ноября 2010

Башҡортостандың бар халҡы ла ер пайҙары өсөн яуаплылыҡ алырға әҙер түгел

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостан халҡының күпселеге ер пайҙарын алырға әҙер түгел. Был турала Өфөлә ер мәсьәләһенә арналған түңәрәк өҫтәлдә БР Ер һәм мөлкәт министрлығы вәкиле Алексей Гнездин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, пай алырға теләп тә, быны эшләй алмағандар бар, ә кем алған – унан баш тарта.
— Эш шунда, улар үҙ милке өсөн яуаплылыҡ алырға әҙер түгел, - тип аңлата Алексей Гнездин. – Ер пайҙарын теркәү бушлай булғас, улар быны эшләүе лә еңел, тип уйланы. Әммә документтар әҙерләү өсөн барыбер түләргә тура килде. Йәнә ергә һалымды түләп барырға кәрәк. Ә уның суммаһы йылына бер гектарға 600 һум тәшкил итеүе ихтимал. Ауыл халҡы өсөн был ярайһы ҙур аҡса. Шуға күрә күптәр, бындай проблемалар менән осрашҡас, пайҙарын алғандан һуң уларҙан баш тарта.
Фермер Хәсән Иҙиәтуллин:
— Бер нисә йыл элек ауыл хужалығы продукцияһының үҙҡиммәтендә яғыулыҡ-майлау материалдарына сығымдар ни бары өс процент тәшкил итә ине. Хәҙер улар 70 процентҡа етә. Кешеләрҙең пайҙарынан баш тартыуына аптырарға түгел. Илебеҙҙең 20 йыл эсендә профессиональ аграрийҙарының 80 проценты самаһын юғалтыуын да иҫәпкә алырға кәрәк. Шуға күрә ер мәсьәләһенә бик етди ҡараш талап ителә. Илде аҙыҡ-түлек менән тотороҡло тәьмин итеүгә йүнәлтелгән дәүләт кимәлендәге стратегия кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика