Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.31
-1.41
92.86
-1.65
62.22
+0.15
-5 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь 2010, 10:42

Октябрҙә Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине арзанайған

Иң кәрәкле продукттың 33 төрө ингән аҙыҡ-түлек продукттарының минималь тупланмаһы хаҡы октябрҙә Башҡортостанда 2181,43 һум тәшкил итте. Статистиктар аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡының бер айҙа 2,36 һумға кәмеүен билдәләй. Сентябрҙә тупланма хаҡы 2183,79 һум ине. Аҙыҡ-түлектең минималь тупланмаһы Рәсәй Федерацияһы буйынса уртаса 2464,96 һум тәшкил итә.
Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, беҙҙең күршеләребеҙ араһында аҙыҡ-түлек кәрзине Татарстанда - 2078,61 һәм Ырымбур өлкәһендә арзан – 2128,21. Силәбелә ул 2300,38 һум тәшкил итә, ә Сыуашстанда - 2232,58 һум.
Иң ҡиммәт аҙыҡ-түлек тупланмаһы - Чукотка автономиялы округында: 6281,26 һум.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас