Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь 2010, 15:10

Декабрҙә предприятиеларҙың акциялар пакетын һатыу буйынса аукциондар үтәсәк

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың Башҡортостандың дәүләт милкендә булған акциялар пакетын һатыу буйынса аукциондар үткәрә. 9 декабрҙә «Милек» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (йәмғиәттең устав капиталының 34 проценты), «Промвентиляция» Өфө монтаж идаралығы асыҡ акционерҙар йәмғиәте (48,23%), «Орбита» сауҙа фирмаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (37,40%) һәм «Подземнефтепродукт» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (95,73%) аукционға ҡуйыла.
БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 20 декабрҙә - «Башкирскагропромкомплект» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталының 25 проценты, 23 декабрҙә «Башстройтранс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 20 проценты һатыуға сығарыласаҡ.
Аукциондарҙа ҡатнашыуға заявкалар БР Ер һәм мөлкәт министрлығы менән 6, 15 һәм 17 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: