05:20 (UTC+5), 22 Ноября 2010

Бер аҙнала Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,4 процентҡа артты

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә икенсел торлаҡ буйынса тәҡдим ителгән хаҡ квадрат метрына 43,36 мең һум тәшкил итә.
Фатирҙарҙың бар сегменты ла ҡыйбатланды: бер һәм ике бүлмәлеләр — 0,3 процентҡа, өс бүлмәлеләр — 0,5 процентҡа, күп бүлмәле фатирҙарға уртаса хаҡ 0,4 процентҡа күтәрелде.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, иң арзан өс бүлмәле фатир бөгөн 800 мең һумға тәҡдим ителә. Был К.Маркс урамындағы фатирҙың майҙаны - 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 16 миллион һум тора. Ул биш бүлмәле, дөйөм майҙаны - 220 квадрат метр, Октябрь проспектында урынлашҡан.
Бүлмәләр сегментында минималь хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 квадрат метр. Иң ҡыйбатлыһы – 1250 мең һум: Йәштәр бульвары, 17,2 квадрат метр.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 25 миллион һумға тәҡдим ителә. Был Суровкалағы йорттоң майҙаны 430 квадрат метр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика