05:00 (UTC+5), 19 Ноября 2010

Өфө станцияһында халыҡ-ара поездарға билеттар һатып алырға мөмкин

Любовь Колоколова
Өфө станцияһы тимер юл вокзалының халыҡ-ара кассаһында юғары тиҙлекле «Аллегро» поезына билеттар һатыла башланы. Был халыҡ-ара поезд 12 декабрҙә Санкт-Петербург менән Финляндияның баш ҡалаһы Хельсинки араһында йөрөй башлаясаҡ.
Тиҙ йөрөүсе «Аллегро» фирма поезы уңайлылығы менән айырыла. Пассажирҙар бында күтәреп ҡуйыла торған өҫтәл, индивидуаль яҡтылыҡ, мобиль телефондар һәм ноутбуктарҙың заряд ҡоролмаһын тоташтырыу өсөн розеткалар, өҫ кейемде ҡуйыу һәм аяҡтарҙы терәү өсөн урындар, гәзит һәм журналдар өсөн кеҫә менән йыһазландырылған уңайлы креслоларҙа урынлаша.
Поезда алты урынлыҡ һөйләшеүҙәр салоны, сәй һәм кофе эсергә мөмкинлек биргән үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү зонаһы, балаларға уйын бүлмәһе бар. Пассажирҙарға Wi-Fi интернетҡа тоташыу мөмкинлеге, гәзит-журналдар, шулай уҡ радиотапшырыуҙар тыңлау өсөн наушниктар бирелә.
Юғары тиҙлекле «Аллегро» фирма поезы пассажирҙы Санкт-Петербургтан Финляндияның баш ҡалаһына 3 сәғәт 30 минуттан әҙ генә күберәк ваҡытта алып барып еткерә.
Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфө вокзалының халыҡ-ара кассаһында Берлинға (Германия), Харьковҡа, Одесса һәм Симферополь (Украина), Минск (Беларусь), шулай уҡ БДБ һәм Европаның башҡа илдәренә билеттар һатып алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика