04:25 (UTC+5), 19 Ноября 2010

Башҡортостан вәкилдәре «Лин-менеджмент – уңышлы бизнес гаранты» форумында ҡатнаша

"Башинформ"
Кисә Йылабуғала «Лин-менеджмент — уңышлы бизнес гаранты» төбәк-ара форумы үҙенең эшен башланы, тип хәбәр итә «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы. «Төрлө өлкәләрҙә - сәнәғәттә, һаулыҡ һаҡлауҙа, мәғарифта, банк өлкәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөштә "Һаҡсыл етештереү" инструменттарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күрһәтеү» — шундай маҡсат ҡуйған ойоштороусылар.
Форум эшендә 300-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Был эшҡыуарҙар, сәнәғәт предприятиеларының, төҙөлөш һәм проект ойошмаларының етәкселәре һәм әйҙәүсе белгестәре, бәләкәй һәм урта бизнес, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф ойошмалары вәкилдәре, банк өлкәһе һәм территориаль сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре.
Ҡатнашыусы төбәктәр араһында — Татарстан, Башҡортостан, Удмуртия, Сыуашстан, Мордовия, Һамар өлкәһе.
Бөгөн форум сиктәрендә «КамАЗ» һәм «ПО ЕлАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең производство майҙандарында, Йылабуғалағы поликлиникала һәм Туполев исемендәге Ҡазан дәүләт техник университетының Йылабуғалағы филиалында мастер-кластар үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика