Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Дождь
Иҡтисад
18 Ноября 2010, 07:07

«Башнефть» рәсми һатып алыуҙар һәм һатыуҙар сайты асты

Башҡортостан яғыулыҡ-энергетика комплексының рәсми һатып алыуҙар һәм һатыуҙар сайтында (http://zakupki.bashneft.ru/) нефть тармағының үтемһеҙ һәм талап ителмәгән матди-техник ресурстарын һатып алырға мөмкин.
http://zakupki.bashneft.ru/sells/ адресы буйынса барыһы өсөн дә асыҡ был сайтта «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм уға буйһонған ярҙамсы ойошмаларҙың матди-техник ресурстарын һатыу тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла.
Сайтта шулай уҡ үтемһеҙ һәм талап ителмәгән матди-техник ресурстарҙы, ер участкаларын, ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын һәм башҡа әйберҙәрҙе һатыу тураһында белдереүҙәр бирелә. Ошонда уҡ документация һәм сауҙа шарттары менән танышырға мөмкин.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас