Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
05:39 (UTC+5), 17 Ноября 2010

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһының төп өлөшө ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарында етештерелә

Рәил Мусин
Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһының ҙур өлөшө ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарында етештерелә, һәм байтаҡ райондарҙа тап индивидуаль хужалыҡтарға баҫым яһала. Миҫал өсөн, Шаран районында быйылғы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса малсылыҡ продукцияһы етештереү үткән йыл кимәлендә ҡалған, шул уҡ ваҡытта етештерелгән ит (71%), һөт (76%), йомортҡа (99%) һәм йөндөң (93%) ҙур өлөшө ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарына тура килә. Атап әйткәндә, әгәр һөт быйылғы йылдың өс кварталында район буйынса 27173 тонна етештерелһә, был күләмдән ни бары 6,5 мең тоннанан күберәге ауыл хужалығы предприятиеларына тура килә. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең продукция етештереүҙең дөйөм күләмендәге өлөшө уҙған йылдың анализланған осоро менән сағыштырғанда һиҙелерлек кәмеүен белгестәр тәү сиратта йәйге ҡоролоҡ менән аңлата. Дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Шаран бүлексәһе мәғлүмәте буйынса, районда ҡоролоҡтан 16 мең гектарҙан ашыу иген культуралары зыян күргән. Аномаль ҡоролоҡ район иҡтисадына 205 миллион һумдан ашыу суммалыҡ дөйөм зыян килтергән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика