11:09 (UTC+5), 15 Ноября 2010

Стәрлетамаҡтың нефтехимия продукцияһы етештереүселәре Германияла күргәҙмәлә булып ҡайтты

«Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы» һәм «Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәттәре илебеҙҙең башҡа нефтехимия етештереүселәре менән бер рәттән бөтә донъя пластмасса һәм каучук индустрияһы профессионалдарының 18-се махсуслашҡан күргәҙмәһендә ҡатнашты. «K» исеме аҫтында үткән күргәҙмә Германияла Дюссельдорф ҡалаһында үтте.
Стенд әҙерләгән өсөн Башҡортостан предприятиелары күргәҙмә сертификатына лайыҡ булды.
—Германиялағы күргәҙмә беҙҙең өсөн үҫешеү һәм баҙар мөнәсәбәттәрен киңәйтеү буйынса бәйләнештәр булдырыу өсөн бизнес-майҙансыҡҡа әйләнде. Европа, Төньяҡ һәм Көньяҡ Американан абруйлы клиенттар менән һөйләшеүҙәр булып үтте. Продукция сифаты, продукция төрөүҙең төрлөлөгө, логистик схемалар эшләү мәсьәләләре тикшерелде. Күргәҙмә экспонаттары һәм оҙата барыусы программа саралары нефтехимия продукцияһы баҙарындағы хәлдәр, технологиялағы һуңғы ҡаҙаныштар менән төплөрәк танышырға, һатып алыуға заказдар урынлаштырырға мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне «Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ирина Шаһимәрҙәнова.
«Синтез-Каучук» акционерҙар йәмғиәте етәксеһе әйтеүенсә, күргәҙмә барышында тармаҡтың алдынғы предприятиелары сараға килеүселәргә каучук һәм пластмассалар, ҡорамалдар һәм сеймал, материалдар һәм әҙер изделиелар өлкәһендәге һуңғы фәнни ҡаҙаныштарҙы сағылдырыусы эшләнмәләр һәм идеяларҙың киң киң палитраһын, уларҙы етештереүҙәге яңы технологияларҙы һәм үҫеш тенденцияһын күрһәткән,
Полимер сәнәғәт ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә Рәсәйҙән, Азиянан, Польша, Чехия, Венгрия, Бельгия, Италия, Бөйөк Британия, Швейцария, Төньяҡ, Көньяҡ һәм Үҙәк Американан, Голландиянан, Төркиәнән өс меңгә яҡын вәкил килгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика