06:28 (UTC+5), 15 Ноября 2010

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,4 процентҡа артты

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә тәҡдим ителгән икенсел торлаҡтың уртаса хаҡы квадрат метрына 43,2 мең һум тәшкил итә. Бер аҙнала ул 0,4 процентҡа артҡан.
Бер бүлмәле һәм ике бүлмәле фатирҙар сегменты нығыраҡ ҡыйбатланған - 0,6 процент. Өс бүлмәлеләрҙең хаҡы 0,2 процентҡа артҡан. Күп бүлмәле фатирҙарға уртаса хаҡ 0,1 процентҡа күтәрелгән.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәте буйынса, бөгөнгө көндә иң арзан өс бүлмәле фатир ҡалала 800 меңгә тәҡдим ителә. Был 45 квадрат метрлыҡ фатир К.Маркс урамында урынлашҡан. Иң ҡыйбат фатир 16 миллион һум тора. Ул биш бүлмәле, дөйөм майҙаны - 220 квадрат метр, Октябрь проспектында урынлашҡан.
Бүлмәләр сегментындағы иң түбән хаҡ – 500 мең һум. Бында Интернациональ урамындағы 12 квадрат метрлыҡ бүлмә тураһында һүҙ бара. Иң ҡиммәт бүлмә - 1250 мең. Был Йәштәр бульварындағы бүлмәнең майҙаны – 17,2 квадрат метр.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 25 миллионға тәҡдим ителә. Ул Суровкала урынлашҡан, майҙаны - 430 квадрат метр.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика