12:38 (UTC+5), 09 Ноября 2010

Торлаҡ төҙөлөшө программаһы торлаҡты арзан һәм уңайлы яһарға булышлыҡ итәсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда эшкәртелгән торлаҡ төҙөлөшө программаһы йорттарҙы сафҡа индереү күләмдәрен ярайһы уҡ арттырыуҙы ҡарай. Мәҫәлән, 2015 йылда — өс миллион, ә 2020 йылда биш миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерергә планлаштырыла. Бында индерелгән торлаҡтың күп өлөшө экологик яҡтан саф, энергия һөҙөмтәлелеге һәм арзан хаҡ талаптарына яуап биреүсе эконом-класс сегментында булырға тейеш.
Белгестәр баһалауынса, төҙөлөшкә инвестицияланған бер һум кәмендә дүрт һум килем килтерә. Тимәк, төҙөлөш эштәре күләменең үҫеүе һалым керемдәре артыуында ыңғай сағыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта йорттарҙың уңайлылығы, торлаҡ фонды торошо, тораҡ пункттарының архитектура йөҙө яҡшырасаҡ.
2011-2015 йылдарға Республика маҡсатлы торлаҡ программаһы үҙ эсенә күп сараларҙы индерә. Улар иҫәбендә – ҡала төҙөлөшө һәм проект документацияһын әҙерләү, торлаҡ төҙөлөшө объекттарын ер участкалары менән тәьмин итеү. Был йүнәлештә эш алып барыла ла инде. Башҡортостанда 54 муниципаль райондың 27-һен территориаль планлаштырыу схемаһы, 12 ҡаланың, шулай уҡ муниципаль райондарҙың административ үҙәктәре булып торған 24 ауылдың генераль пландары эшләнгән. Программаны ғәмәлгә ашырыу осоронда республика һәм урындағы бюджеттарҙан ҡушма финанслау шарттарында бөтә территориаль берәмектәр өсөн яңы генераль пландар эшкәртеүҙе тамамларға планлаштырыла.
Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә 28435 гектар дөйөм майҙан менән ер участкаһы бүлеү ҡаралған. Күрһәтелгән территорияларҙа 25204 мең квадрат метр самаһы торлаҡ төҙөләсәк, был билдәләнгән торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен ер участкалары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика