06:00 (UTC+5), 09 Ноября 2010

Башҡортостан 2011 йылғы сәсеү кампанияһына әҙерләнә

"Башинформ"
Башҡортостанда урып йыйыу эштәре ошо көндәрҙә тулыһынса тамамланасаҡ. Был турала 8 ноябрҙә БР Хөкүмәтендә Президент Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә үткәрелгән кәңәшмәлә әйтелде, тип хәбәр итте Премьер-министр урынбаҫары Шамил Вахитов.
— Һуңғы гектарҙарҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу бара, — тип хәбәр итте вице-премьер. — Шишмә районында ғына 80 гектар плантациянан тамыраҙыҡтарҙы йыйып алырға ҡалды. Аграрийҙар киләһе сәсеү кампанияһына планлы әҙерлек алып бара. Талап ителгән 278 мең тонна орлоҡтоң 254 мең тоннаһы һалынған. Шуның 9,4 мең тоннаһы республиканан ситтән килтерелгән. Иҫәпләүҙәр буйынса Омск һәм Новосибирск өлкәләренән тағы ла 17 мең тонна самаһы орлоҡ килтерергә талап ителә.
Ужым культуралары сәсеүлектәре тикшерелде. Сәселгән 656 мең гектарҙың 84 мең гектарында ужым культуралары шытып сыҡманы. Яуып үткән ямғырҙар ужым сәсеүлектәрендә ыңғай сағылды. Белгестәр ужым бойҙайы һәм тритикале буйынса ыңғай һөҙөмтәләр көтә. Шулай ҙа яҙға өҫтәп орлоҡ килтереү талап ителәсәк.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексына ҡоролоҡ менән бәйле сығымдарҙы компенсациялауға бүленгән субсидияларҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелегенә контролде көсәйтергә ҡушты, тип хәбәр итә Республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика