06:31 (UTC+5), 08 Ноября 2010

Стәрлетамаҡта Башҡортостан эшҡыуарҙары форумы үтәсәк

Любовь Колоколова
11 ноябрҙән 13-өнә тиклем Стәрлетамаҡта «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ көндәре» асыҡ форумы үтәсәк. Ҡала Мәҙәниәт һарайында республиканың көньяҡ төбәге бизнес-берләшмәһе вәкилдәре йыйыласаҡ.
Форумды ойоштороусылар – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, «Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары ассоциацияһы» Коммерция булмаған ойошмаһы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы.
Форум ҡуйған бурыстар һәм маҡсаттар араһында — Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ әүҙемлеген стимуллаштырыу, бизнес-контакттарҙы нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу, мода индустрияһын үҫтереү, ижади йәштәрҙе, һәләтле белгестәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү.
Асыҡ форум сиктәрендә банк һәм страховка ойошмалары, бизнес предприятиелары һәм ойошмалары күргәҙмәләре эшләйәсәк, түңәрәк өҫтәлдәр, ғилми-ғәмәли конференция, дискуссия майҙансығы, тәжрибә уртаҡлашыу һәм бәйләнештәрҙе нығытыуҙың башҡа формалары ойоштороласаҡ.
Бынан тыш, «Көҙгө вернисаж» Асыҡ мода, матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале һәм «Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры» XIV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабын үткәреү планлаштырылған.
Бөтә саралар 12 ноябрҙә «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы» темаһы менән берләштереләсәк. Йома кис гала-концерт ойоштороласаҡ, конкурстар еңеүселәрен наградлау тантанаһы үткәреләсәк.
13 ноябрҙә, шәмбе көнө, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары Ассоциацияһы Советының күсмә киңәйтелгән ултырышы үткәреләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика