11:55 (UTC+5), 01 Ноябрь 2010

«Социаль кәрзин» Башҡортостандың 700 магазинында ғәмәлдә

Ғәлиә Нәбиева
«Социаль кәрзин» республика акцияһында 700-гә яҡын ваҡлап һатыу сауҙа предприятиеһы ҡатнаша. Улар иҫәбендә «Байрам», «Пятерочка», «Полушка», «Матрица», «АиФ», «Семерочка», «7 копеек», «Йәрминкә», «Садко» селтәр структураларының 314 магазины. Республика акцияһына тағы ла 306 магазин, 7 ваҡлап һатыу баҙарында 74 шәхси эшҡыуар ҡушылды. Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, акцияла ҡатнашыусы 70 магазин — ауыл ерендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Социаль кәрзин» 1 октябрҙә старт алды. Уның инициаторҙары булып социаль яуаплы сауҙа селтә рҙәре сығыш яһаны. Акцияны үткәреүгә зарурлыҡ социаль мөһим аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар артыу сәбәпле килеп тыуҙы. Сауҙа предприятиелары социаль көсөргәнеште социаль кәрзин тауарҙарына минималь өҫтәмәләр билдәләү менән кәметергә маташты. Улар 10 проценттан ашмай. Минималь өҫтәмә менән һатылған тауарҙар исемлегенә икмәк-булка изделиелары, һөт продукттары, ярмалар, шәкәр, он, үҫемлек майы индерелде.
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы белгестәре БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән берлектә «Социаль кәрзин» акцияһын үткәреүҙе контролдә тота, унда ҡатнашыусы предприятиеларҙы даими тикшереп тора. Атап әйткәндә, акция шарттарының береһе — социаль тауарҙарҙың һатыуҙа даими булыуы, махсус хаҡтар һәм кәштәлә өҫтөнлөк бирелеүе.
Сауҙа селтәрҙәре етәкселәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, «Социаль кәрзин»гә ингән тауарҙар уртаса 3 проценттан 20 процентҡа тиклем арттырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика