11:03 (UTC+5), 01 Ноября 2010

Өфө архитектура фирмаһы Рәсәй баҙарында үҙенең юғары позицияһын иҫбатланы

Хәбәр итеүебеҙсә, Федераль Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды тарафынан иғлан ителгән «XXI быуат йорто» Рәсәй асыҡ конкурсында Башҡортостандан Өфөлә Конгресс-холл һәм «Аҡбуҙат» ипподромы төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашырыусы «РАУМ Арчитектс» компанияһы ҡатнашты. Рәсәйҙең 20 проект ойошмаһы иҫәбендә беренсе квалификация турын үтеп, Өфө компанияһы сираттағы тапҡыр үҙенең юғары профессиональ кимәлен күрһәтә алды. «ECO HOUSE IN THE ZER-O CITY» исемле проект алдынғы илдәрҙә , атап әйткәндә, Японияла ярайһы уҡ әүҙем индерелә башлаған эко-технологияларға йүнәлеш тота. «Беҙ, ғәҙәттәгесә, XXI быуат йортон төҙөү проблемаһына киңерәк ҡарарға тырыштыҡ. Инфраструктура, йәғни XXI быуат ҡалаһы булмайынса тороп, бындай йорт төҙөп булмаясаҡ. Шуға күрә беҙ булған экосистеманы тулыһынса һаҡлаусы, үҙен электр энергияһы, йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеүсе, йәшәйеш продукттарын 100 проценты менән эшкәртеүсе «нуль эмиссияһы менән ҡала» тәҡдим иттек. Был проекттарҙы беҙ үҙ республикабыҙҙа, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә тормошҡа ашырырға планлаштырабыҙ», – тине «РАУМ Арчитектс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ришат Муллагилдин. Ул шулай уҡ «Төҙөлөш-2010» Халыҡ-ара фестивалендә билдәле «РАУМ Арчитектс» архитектура компанияһы «Иң яҡшы архитектура ҡарары» номинацияһында лауреат булыуы хаҡында хәбәр итте. Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды Өфө компанияһы менән был проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында контракт төҙөйәсәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика