06:34 (UTC+5), 27 Октября 2010

Туғыҙ айҙа Өфө бюджетына һалым керемдәре 6,5 миллиард һум тәшкил итте

Евгений Рәхимҡолов
Быйыл туғыҙ айҙа Өфө бюджетына керемдәр 6,5 миллиард һум тәшкил итте. Был турала ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә БР Финанс министрлығының Өфө биләмәһендәге территориаль финанс идаралығы начальнигы Илгиз Насыртдинов хәбәр итте.
— Был ваҡыт эсендә бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға Өфөлә йыйылған керемдәр 81,1 миллиард һум тәшкил итте, — тине ул, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағынан 11,7 процентҡа күберәк. Шуның 46,9 миллиарды – федераль бюджетҡа, 27,8 миллиарды – республика, 6,5 миллиарды ҡала бюджетына инде.
Өфө бюджетына керемдәрҙең төп өлөшөн элеккесә физик шәхестәр табыштарына һалым тәшкил итә — дөйөм күләмдең 46 проценты. Һуңғы ваҡытта уртаҡ табышҡа һалымдар иҫәбенә керемдәр өлөшө лә һиҙелерлек артты. Йыл башынан алып улар 630 миллион һум тәшкил итте, был былтырғы кимәлдән биш процентҡа күберәк.
Туғыҙ айҙа Өфө бюджеты сығымдары 10 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Был сумманың өстән бер өлөштән ашыуын мәғарифҡа сығымдар тәшкил итә, 2,7 миллиард һумды ҡала торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тотондо, һаулыҡ һаҡлауға – 1,8 миллиард, инженер, социаль һәм торлаҡ өлкәһе объекттары төҙөүгә – 1,2 миллиард һум.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика