09:38 (UTC+5), 27 Октября 2010

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан эшҡыуарҙарының эшенән ҡәнәғәт

Любовь Колоколова
— Мин һеҙҙең яҡлымын. Мин һеҙгә һоҡланам: һеҙ бюрократик система ҡеүәтле булған, коррупция хөкөм һөргән илдә бизнес менән шөғөлләнәһегеҙ. Бындай шарттарҙа эшләүҙе батырлыҡ тип атарға мөмкин, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфөлә асылған «Бәләкәй бизнес. Финанслау һәм дәүләт ярҙамы» конференцияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Республика башлығы эшҡыуарҙарҙы эш кешеләре, халыҡтың иң әүҙем, дәртле өлөшө тип атаны. Үҙ сығышында Хәмитов төбәктә бәләкәй һәм урта бизнес үҫешенә ҡағылышлы артыҡ күп һандар килтермәне, әммә бер күрһәткесте айырып күрһәтте: 18 процент – бәләкәй эшҡыуарҙарҙың Башҡортостандың тулайым төбәк продуктына индергән өлөшө шул тиклем. Был һан сиктән тыш аҙ. Президент әйтеүенсә, был бик «түбән старт» ҡына. Уның фекеренсә, бәләкәй һәм урта бизнестың индергән өлөшө 30-40 процент тәшкил итергә тейеш.
Бәләкәй предприятиелар иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 11-се урынды ғына биләй (мең кешегә һигеҙ бәләкәй предприятие). Рәсәйҙә республика был күрһәткес буйынса 43-сө урында.
— Бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы инфраструктураһын мотлаҡ үҙгәртергә һәм камиллаштырырға кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
— Ләкин мин оптимисмын, — тип белдерҙе Башҡортостан башлығы. – Бер нигә ҡарамаҫтан, бәләкәй бизнес нығынды. Дәүләт тә, көрсөк тә уға аяҡ сала алманы. Банкыларҙың бәләкәй бизнесҡа әүҙемерәк кредит бирә башлауы ла ҡыуандыра.
Хәмитов ҙур сәнәғәт предприятиелары тирәләй бәләкәй компаниялар булдырыуҙы тағы бер мөһим бурыс тип атаны, улар ҙур булмаған партиялар менән талап ителгән, конкуренцияға һәләтле продукция сығарырға тейештәр. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлештәренең береһе шул, – тип иҫәпләй БР Президенты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика