04:53 (UTC+5), 21 Октября 2010

Федераль адреслы инвестиция программаһы проектына Башҡортостандан 17 проект инде

"Башинформ"
Башҡортостан Федераль адреслы инвестиция программаһына киләһе йылға 17 төбәк проектына заявка бирҙе. Республика Рәсәй ҡаҙнаһынан дәғүә иткән бюджет ассигнованиеларының дөйөм суммаһы 2 миллиард 663 миллион 409 мең 900 һум тәшкил итә, тип хәбәр БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.
Планлаштырылған транштың иң күп өлөшөн М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» автомобиль юлдарын реконструкциялауға йүнәлтергә күҙ уңында тотола: 1 миллиард 418 миллион 580 мең һәм 500 миллион һумын. Миллиардтың өстән бер өлөшө (307 миллион 800 мең һум) Өфө аэропортын техник ҡоралландырыуға һәм аэродром япмаларын реконструкциялауға күсереләсәк.
Ҡалған средстволарҙы Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең реабилитация комплексын төҙөүгә (60 миллион 900 мең һум), Башҡорт дәүләт университетының уҡыу корпустарын реконструкциялауға (86 миллион 700 мең һум), Өфө дәүләт авиация техник университетында «нанотехнология» йүнәлеше буйынса ғилми-белем биреү үҙәге ойоштороуға (52 миллион 816 мең һум), Шишмә (38 миллион 500 мең һум) һәм Стәрлетамаҡ (47 миллион 300 мең һум) райондарында һуғарыу эштәренә йүнәлтергә планлаштырыла.
2011 йылда 3 миллион 243 мең 700 һум Башҡортостан һәм Татарстан территорияларында урынлашҡан «Иҫке Тәтеш ауыл хужалығы уйпаттары» дренаж ҡоролмаларын реконструкциялау буйынса проект һәм эҙләнеү эштәренә тотоноласаҡ. 2012-2013 йылдарҙа был ҡоролмаларҙы реконструкциялауға 250 миллион һум алыу планлаштырыла. 2012-2013 йылдарҙа Федераль адреслы инвестиция программаһында ҡатнашыуға был һәм яңы заявкаларҙы яҡлау өсөн БР Иҡтисади үҫеш министрлығында әҙерлек эштәре башланды.
Министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәренең Федераль адреслы инвестиция программаһында һәм башҡа ошондай программаларҙа республика проекттарын яҡлау оҫталығы уларҙың эш һөҙөмтәлелеге күрһәткестәренең береһе булып торасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика