07:42 (UTC+5), 21 Октября 2010

Эш сәфәре менән Өфөгә немец эксперты киләсәк

Любовь Колоколова
25 октябрҙән 29-ына тиклем «Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт сәйәсәтен реструктуризациялауҙы эшкәртеү һәм тормошҡа ашырыу» проекты сиктәрендә Өфөгә немец эксперты Карл-Хан Клингер килеүе көтөлә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы һәм ГФР Иҡтисад һәм технологиялар министрлығы тарафынан бойомға ашырыла. Карл-Ханс Клингер Башҡортостанда бер нисә тапҡыр булып китте лә инде.
Был юлы уның сәфәренең төп маҡсаты булып Өфөлә 26 октябрҙән 29-ына тиклем үтәсәк Урал сәнәғәт форумында ҡатнашыу һәм «Рәсәй төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫешенә идара итеүҙең инновацион технологиялары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында сығыш яһау тора. Бында Клингер әфәнде «Берлин миҫалында заманса һөҙөмтәле сәнәғәт сәйәсәте булдырыуға концептуаль ҡараш» темаһына доклад менән сығыш яһаясаҡ.
Шулай уҡ сәфәр сиктәрендә эксперттың төбәктең кластер сәйәсәтен үҫтереү перспективаларын тикшереү һәм Германияның төрлө ғилми-тикшеренеү учреждениелары һәм предприятиелары менән кооперация мөнәсәбәттәре урынлаштырыу өсөн республиканың төп ғилми-тикшеренеү учреждениелары һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре менән осрашыуҙары планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика